Таштуғай

 

“Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды

Еҙ ҡурайҡай итеп тартайым…”

Халыҡ йырынан.

 

Барма ҡайһы ғына мөйөшөнә,

Шатлыҡ иле – минең Ватаным.

Әммә һине,

моңло сал Таштуғай,

Шаттуғай тип бөгөн атаным.

 

Шаттуғай һин бөгөн,

эй Таштуғай,

Үҙәндәрең – бәхет үҙәне.

Далаларҙы – Иген иле итеп,

Донъяларҙы халҡым биҙәне!

 

Шаттуғай һин бөгөн, 

эй Таштуғай,

Кешеләрең - батыр затынан.

Тир түккәнгә ергә

Исемдәре

Йондоҙ булып күккә атыла.

 

Шаттуғай  һин бөгөн,

эй Таштуғай,

Аҡтан-аҡ һөт, гүйә күңелең.

Йәйләүҙәргә төшөп, аҡ ҡайының

Яулыҡ болғай, нурға күмелеп.

 

Шаттуғай һин бөгөн,

эй Таштуғай,

Шатлыҡ ташып тулай йөрәктә:

Башаҡтарың ҡамыш ише шаулай,

Уңыштарың йөрөй үрнәктә.

 

Шаттуғай һин мәңге,

эй Таштуғай,

Ил ҡырында сырлар буҙ турғай.

Уға ҡушлап, даның яңғыратып,

Уйнай бәхет көйөн еҙ ҡурай.