Ташҡынды арбау

Ташҡын,
ташҡын, таш, ташҡын,
Сама белеп таш, ташҡын,
Үҙәнеңде тап, ташҡын,
Ғәйрәтеңде баҫ, ташҡын!
Ташҡын,
баҫыл, ҡаңғырма.
Үрәпсемә, шашынма,
Бәлә-ҡаза ташыһаң,
Булыр үҙе башыңа.

Ташҡын,
йортом ағыҙһаң,
Ҡарғышыма тарырһың,
Ярһыуыңдан яҙырһың,
Әжәлеңде табырһың!

Үҙәнеңә ҡайт, ташҡын,
Ғәйрәтеңде баҫ, ташҡын!..