Таш һайлағанда

Ташҡа булыр уның үҙ баһаһы:
«Ҡәбер ташы итеп ҡуйырлыҡ!..»
Аптырата: ҡайҙан бындай бизмән –
Яҡты донъяларҙан туйырлыҡ?!

Арабыҙҙа йөрөй һау-сәләмәт,
Атланырлыҡ әле айғырға...
Тик бер заман кәрәк булыр, тиеп,
Ҡәбер ташын инде ҡайғырта...

Әй, шул холҡо әҙәм балаһының! —
Сиктәр белмәҫ ҡомһоҙ теләге,
Тырыша ул бөтә яландарҙың
Өҙөргә тик бешкән еләген.

Булғас булһын шатлыҡ мөлдөрәмә,
Бар ғәләмде йөрөй ҡосорҙай.
Осҡанда ла теге донъяларҙың
Ожмахына ғына осорҙай...

Ниңә риза булып йәшәмәй ул,
Шөкөр итеп тапҡан барына?
Туҡлығынан туйып һикерәме,
Күршеһенән әллә тарһына?..

Үпкәләпме әллә был донъяға,
Юҡтан ҡайғы алған башына:
Үҙе тере, үҙе хәҙерҙән үк
Таш әҙерләй ҡәбер ташына...

Һуңғы һулышҡаса кеше булыу —
Башланалыр тыуған бишектән.
Тик үҙенә һәйкәл хәстәрләгән —
Аңлашылмай миңә нисек тә...

Берәүҙәрҙән ҡала
Китап,
Баҡса,
Берәүҙәрҙең ҡала балаһы...
Бәғзеләрҙең
Биреү урынына
Күберәк булып сыға алаһы.

Эштәреңдән,
ҡылған ҡылығыңдан
Кемлегеңде һинең тойорҙар.
Әгәр ерҙә яҡты эҙең ҡалһа,
Ҡәбереңә һәйкәл ҡуйырҙар.