Тар һуҡмаҡты күмгән һары япраҡ

Тар һуҡмаҡты күмгән һары япраҡ,
Һиҙмәгәнбеҙ көндөң үткәнен.
Беҙҙең серҙе тоғро тыңлап һуҡмаҡ,
Ҡыштыр-ҡыштыр һөйләй үпкәһен.

Кискән һайын һары япраҡтарҙы,
Мең төрлөгә һағыш яңыра,
Илткән һайын һуҡмаҡ йырағыраҡ,
Яҙмыш беҙҙе тағы айыра.

Һары һағыш һарыла аяҡтарға,
Бойоҡ һуҡмаҡ өҙә үҙәгем...
Күңелемде итәм йыуатырға:
«Был ни бары көҙҙөң биҙәге,
Был ни бары миҙгел биҙәге...»