Яҙғы килде урман төҫтәрендә,
Һыҙғы килде төҫлө шиғырҙар,
Манғы килде ҡаурый ҡәләмемде
Урман хистәренә сихырлап.
Шырлыҡ-сымылдыҡтар...
Серле, шомло!..
Инереңдән уйла сығырың!
Урман ҡыҙы биткә япраҡ һипте!
Һәр япрағы — һөйөү шиғыры!
Урман-еңгә миңә түшәк итеп
Һары келәм йәйҙе, шәй, ҙурлап?!
Ҡыу япраҡтар,
еңел шиғыр кеүек,
Осоп бөттө елгә шауҙырлап!
Урман-ҡарттың ағас аяғымы —
Ҡарт имәндәр ҡуйҙы шығырлап.
Күстәнәскә һипте сәтләүеген —
Эсе тулы... тоҙһоҙ шиғырҙар!..
Бөтәһе лә булды...
Йәнә килде
Таныш урманымда... аҙашҡым!
Баҡһаң, бында мине ағастар ҙа
Таный, имеш... Килмәҫ алдашҡың.