Таныш сабынлыҡта

 

Таналыҡҡа ҡайтып, туғайында

Бер кис буйы хистә йөҙ инде,

Талдарына, ҡамыштарға һоҡлан,

Һыуын ғына кисмәй кит инде!

 

Таналыҡҡа ҡайтып, тулҡындарға

Сәләм бирмәйенсә кит инде,

Ошонан һуң тағы

Шул кешенән

Бер йылы һүҙ, ырыҫ көт инде!

 

Эй ҡупайып иҫкә төшөрәһең

Бесән сабыуыңды ошонда.

Утыҙ йылдар үткән!

Ул ғүмерҙең

Кем эсендә, кемдер тышында,

Кемдер сабынлыҡтың был осонда,

Кемдер ҡалған арғы башында...

Ғүмер үткән.

Тормош һине теткән,

Ҡаҙаҡлаған килеш ошонда.

 

Һыуҙар ташҡан,

Тауҙай боҙҙар аҡҡан

Яр емереп, талдар һыҙырып,

Һәр йәй бында яттар бесән сапҡан,

Ҡомалағын тиргән туҙҙырып...

 

Танығандай мине

Сабынлығым

Үләндәрҙән ҡоя ынйы-нур.

Һөрән һалғым килә бар донъяға:

“Минең сабынлыҡ был, минең ер!..”

 

Күҙ йәш түкмә!

Ир бул!

Ҡайтыр юлың

Диңгеҙ кисеүҙер шул, ил ашыу?

Һәр йәй ҡайтып,

таныш сабынлыҡта

Бесән сапһаң инде – ни асыу?!