Танһыҡ йәшәү

Һинең менән тулы барлыҡ донъям,
Һин булғанға — яҡты күңелем,
Моң-йәйғорло — көнөм,
Йырлы— төнөм,
Ярһыуҙарым бара түгелеп.

Һинең хистәр күптән миңә күскән,
Минең кисерештәр — һинеке.
Мин бит һиңә— әрнеү алып килгән,
Ғазаптарың шуға — минеке.
Тартыламын һиңә,
Үләндәр ҙә
Йәшәү алған кеүек ҡояштан.
Һиңә ҡаршы сығам —
Хис йәшенең
Тәҙрәмде ярып уятҡас.

Һәр ерҙә һин бергә минең менән,
Атламайһың — осоп бараһың.
Минең кеүек күптәр араһынан
Мине генә эҙләп табаһың...

Һинең менән тулы барлыҡ донъям,
Һинән башҡа миңә ни кәрәк?..
Шундай танһыҡ йәшәү!
Йөҙ йәштә лә
Был донъянан китеү — иртәрәк!