Таңғы йыр

1

Моңһоу ғына бер йыр һыҙылып китте,
Яңғыратып таңғы урманды.
Шундай наҙлы, яҡты был моң менән
Урман, тауҙар, йылға уранды.
Моң ҡылдары талғын, өҙөп иңрәй,
Шифа ямғыр әллә яуамы?
Таңғы донъя уға ғына баға,
Ошо моңдан табып дауаны...

Туҡтаны моң...
Юҡ-юҡ, туҡтаманы,
Ҡайтауазы ҡалды күңелдә,
Тулҡынынан утлы ғәйрәт алам,
Даръяһына сумам, күмеләм.
Ул йыр оҙаҡ-оҙаҡ бәүелеп торҙо
Урман, тауҙар, ҡырҙар өҫтөндә.
Күҙ алдымда гел дә сайҡала йыр
Моңһоу, болоҡһоу ҡыҙ төҫөндә.

2

Таң һиллеген кинәт телеп үтте
Далаларҙан иҫкән еләҫ ел.
Һиҫкәндергән еләҫ елме, тиһәм,
Ул – йыр икән иләҫ-миләҫле.
Урман еле менән дала еле
Иҫте уҙышып та ҡыуышып,
Тәбиғәттең игеҙ балалары
Кеүек осто бергә, ҡауышып...
Ошо таңдан алып ер өҫтөндә
Иләҫ-миләҫ килеп ел уйнай,
Йөрәктәрҙән күсеп йөрәктәргә,
Тынғы тапмай моңһоу йыр тулай.
Йөрәк уты –
йүгәнһеҙ ат кеүек –
Алып ҡаса әллә ҡайҙарға.
Таңғы йыр ҙа –
дәртле, йүгәнһеҙ хис –
Сыңлай ҡайта-ҡайта яҙҙарҙа.
2000.