Таңатар

(ҡобайыр)

Ай ауылым, Таңатар,
Уйҙарымды тағатам,
Күреп ауыр яҙмышың,
Йөрәгемде ҡанатам.
Төштө һиңә ҙур һынау:
Тере ҡалыу йә һыныу,
Тарҡалыу йә тупланыу,
Баш ҡалҡытыу йә шымыу.
Бөткәс күмәк хужалыҡ,
Хужа булды нужалыҡ,
Хәйерселек быуғанда
Ҡотҡарырмы үҙаллыҡ?
Һәр табышҡа ымһынып,
Башланың да ташланың,
Ни булырын белмәйсә
Ҡата һаман баштарың...
Указлы ауыл — Таңатар,
Тыуған көнөң туйлайым,
Яҙмышыңа бағам да
Ил яҙмышын уйлайым.
Указ менән тыуһаң да,
Яҡшырыр микән хәлең,
Ишәйер микән кәрең,
Ҡотайыр микән йәнең?
Ауыл тыуҙы ҡабаттан,
Ә яҡташтар таралған,
Кире күсеп ҡайтырға
Форсаттары тарайған.
Ҡайҙа булды берҙәмлек,
Ҡайҙа дәртле күркәмлек,
Ниңә бөлдө күндәмлек,
Ҡайҙа сарыф ғәйрәтлек?
Ерҙе баҫты атҡолаҡ,
Йәнде баҫты ят ҡылыҡ,
Килеп тулды осҡалаҡ,
Илде тота осҡолоҡ.
Ай Таңатар, Таңатар,
Ҡасан һиндә таң атыр,
Даның һәм заңың ҡайтыр,
Хафаларҙы таратыр?..
Уңған, татыу ғаиләлә
Булдыҡһыҙ бер балалай,
Йәйрәп ятҡан далала
Алйыған бер ялмандай,
Тороп ҡалдың яңғыҙың,
Аҙаның да ҡаңғырҙың.
Алға барыр юлыңа
Ҡаҙалмаған маяҡтар,
Ниндәй ырыҫ яралыр —
Һалынмаған маялар...
Ай ауылым, Таңатар,
Алыҫтарҙан танырлыҡ,
Далам бағы булырлыҡ,
Йәнемә ҡот ҡунырлыҡ,
Даулы офоҡтарыңды
Уйым менән айҡайым,
Яҙмышыңа ҡуш булып,
Ил яҙмышын байҡайым,
Ил яҙмышын байҡайым...