“Таналыҡ та йәшәй донъяла...”

Сергей Чекмаревҡа

 

Иҙел  кисмәй  ир  булмайҙыр  егет —

Кистем иҙел, күрҙем диңгеҙҙәр.

Ниндәй мәғрур  даръя  булһалар  ҙа,

Тыуған йылғам, һиңә тиңһеҙҙәр.

 

Оло хистәр, ҡайнар кисерештәр

Ҡуҙғытмай ул дәһшәт даръялай,—

Ер тәнендә тере бер тамырҙай,

Таналығым йәшәй донъяла.

 

Далам яңы заман ҡояшына

Йөҙөн борған мәлдә ирәйеп,

Рус туғаным,

бында һин килгәнһең,

Ғорур рухлы, шағир йөрәкле.

 

Килгәнһең дә,

Ете ят тип тормай,

Үҙ иткәнһең дала яҙмышын.

Киңәйткәнһең күңел межаларын,

Тарайғанда ҡай саҡ яңылышып.

 

Һине улан күреп,

Башҡорт ҡарты

Ишек асҡан ҡара төндәрҙә,

Ҡараштарың ҡалған сауҡаларҙа,

Йырың йоҡҡан сәсән телдәргә...

 

Минең быуын һинең эҫе эҙҙән

Дала нурлап яңы юл яра.

Һинең йәшлек моңдарыңды көйләп,

Таналығым йәшәй донъяла