Таналығым

Тыуған йылғам, дала бағы — Таналығым,
Алыҫ-алыҫ тороп ҡалған балалығым,
Етемһерәп, үгәйһеп тә ятаһыңсы,
Бойоҡ ҡына, ойоп ҡына ағаһыңсы...
Тауышыңда шатлыҡ та юҡ, көмөш тә юҡ,
Ағышыңда сафлыҡ та юҡ, өмөт тә юҡ.

Бысратылған, емерелгән ярҙарың да,
Һындырылған, яндырылған талдарың да.
Кешеләрҙәй үҙгәргәнһең, ҡартайғанһың,
Сайланғанһың, һайыҡҡанһың, тартылғанһың...

Атам кейәү, әсәм килен булған ерҙә,
Тирҙәр түккән, ҡан ҡойған, йәш йыуған ерҙә,
Ҡурсалаған, ҡалҡан булған тыуған ерҙә,
Тәм-йәм биргән, йән дә бер аҙ тынған ерҙә,
Һин етемме, мин етемме, Таналығым,
Беҙ кем: үгәй балаһымы замананың?

Михнәттәрҙе йыуып бөтә алырһыңмы,
Гел йәберле, гел ҡәҙерһеҙ ҡалырһыңмы!..
Тыуған йылғам, дала бағы — Таналығым,—
Бәхиллегем, бәлиғлығым,балалығым...