Таң елә

Ҡунаҡ булып килмәнем мин
Бөрйәнгә.
Һәм ҡаршымын шапырыныу, һөрәнгә:
“Таҙарырһың, үкенмәҫһең килгәнгә,
Бында – курорт, Швейцария!” тигәнгә.
Йыйынмайым кәйеф-сафа ҡорорға,
Тәбиғәттең кейек-ҡошон ҡырырға.
Килдем эҙләп тынғыһыҙлыҡ табырға,
Эш тип ятып, эш тип таңдан торорға…
Таңдар ата урман-тауҙан һыҙылып.
Ә мин инде һыуҙар эсәм һонолоп.
Томан йотоп, Иҙел кисәм юлымда.
Ҡулда – таяҡ, китабым бар ҡуйынымда.
Һәр көн эшкә ашыҡҡанда таң менән,
Бәғзе әҙәм һорай ғәжәп тон менән:
“Ник йөрөйһөң иҫәпләшмәй ял менән?
Эш бөтмәй ул, бына фәһем ал минән…”
Яуап әҙер ундай рәхәт күргәнгә:
- Ҡунаҡ булып килмәнем мин
Бөрйәнгә!..
Ерҙе япҡан болоттарҙы таң телә.
Тарта мине салғыйымдан
таң еле:
“Һин кәрәкһең кешеләргә таң менән.
Алдан атла, ҡыуып һине
Таң елә!..”