Тамсы
Бөтөргәнсә эсеп булмай икән,
Эсеп булмай икән һөйөүҙе,
Тамсы ғына барыбер тороп ҡала,
Утҡа ҡала әрнеү-көйөүе.
Бөтөргәнсә эсеп булһа әгәр,
Эсеп булһа әгәр һөйөүҙе,
Шаңҡыған баш менән үкенеүҙә
Язалаясаҡһың үҙеңде.
Бөт-төр-гән-сә эсмә һөйөүеңде,
Мая ҡалһын тамсы булһа ла...
Буш донъяңда тамсы зыңлаясаҡ! —
Иреһә лә йәки туңһа ла...