Тағатҡанда хистәр һуҡмағын?

Иҫеңдәме һағыш һуҡмағыбыҙ
Ҡосағында ҡартлас урмандың,
Мәрхәмәтлек менән сал имәндәр
Күҙәткәйне беҙҙең уҙғанды,

Бәхет юллап ике ғашиҡ йөрәк
Алтын һарайҙарға ингәндәй,
Ғорур гиҙҙек көҙгө урмандарҙы,
Хәүеф-хәтәрҙәрҙе еңгәндәй,
Һөйөү серен инде сискәндәй...

Менмәһәк тә алтын тауҙарына,
Байығайныҡ алҡын хистәргә.
Ҡайтыр инем һары һуҡмаҡтарҙан,
Ҡайтып булһа тап шул кистәргә,
Һыуһағанда ярһыу хистәргә...

Көлөүеңдән япраҡ ҡойолоп төшкән
Һил иртәләр минең иҫемдә.
Әле һаман һағыш һуҡмағының
Ялҡындары яна эсемдә...
Һағыш һуҡмағыбыҙ иҫемдә...