Әсәйҙең сәй япраҡтары

Төргәктәрҙән килеп сыҡты
Әсәйҙең сәй япраҡтары:
Мәғрүр Мәмбәт тауҙарының,
Таналыҡ туғайҙарының
Тәме, һуты, тупраҡтары...
Мәтрүшкә, еләк, ҡарағат,
Әлморон, энәле, балан...
Тағы күпме шифаларҙы
Беҙгә тип ул төрөп һалған!

Нисәмә йыл үткәндә лә
Беҙҙе иң аптыратҡаны:
Һаман да хуш еҫен бөркә
Әсәйҙең сәй япраҡтары.
Күҙҙәренең нурын һирпә,
Ҡулдары йылыһын һаҡлай,
Хәтерләтә һыу сафлығын,
Еребеҙҙең һау саҡтарын
Әсәйҙең сәй япраҡтары...

Әсәй әллә тылсым менән
Төргәккә йән өргән микән,
Бөтә төҫө-еҫе менән
Ерҙең үҙен төргән микән?

Үлән телен белде микән?
Һаман да китә иҫтәрем...
Һаҡлай алһам икән мин дә
Тыуған яҡтың төҫ-еҫтәрен...