Сымдар йырлай

 

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк

булған яҡташым, яугир шағир

Төхфәт Моратҡа.

 

Һин ауғанһың утлы яланда

Ҡыҙған сымдар тартып барғанда;

Урал бөркөтөнөң саңҡыуымы—

Миңә килеп еткән саҡырыуың—

Хәтер тәҙрәләрен ярғандай.

 

Шиғри һүҙең далам яғына

Сымдар буйлап һаман ағыла;

Ярты Европаны урай ҙа,

Һыҙҙырғандай моңло ҡурайҙа,

Йөрәгемә килеп ҡағыла.

 

Күпме яугир киткән Уралдан

Ҡалҡан булып утлы буранда...

Еңеү һүҙе өсөн тартып сымдар,

Атайсалға ҡайтып ғәзиз һындар,

Һәйкәл булып баҫҡан урамда.

 

Бер һын, гүйә, һинең яҡтарға

Йыр тыңларға ғына туҡталған.

Һаҡмарыңдың һылыу ҡайындары

Таратырға үткән ҡайғыларҙы

Антенналай күккә уҡталған.

 

Һинең хаҡта хәтер тирбәлә

Айлы кистә, нурлы иртәлә,

Һаҡмарыңдың шаян тулҡындары,

Йөрәктәрҙең баҫып һулҡыуҙарын,

Төйәгеңдән сәләм илтәләр.

 

Йәшәү раҫлап, алһыу алмалар

Тупылдашып ергә яуалар.

Ыжғыр елдең еңеп һалҡындарын,

Мәңгелек ут — йөрәк ялҡындары

Һине данлап һүнмәй яналар.

 

Ялҡын өҫтәп һинең ялҡынға,

Ҡушылам мин һинең тулҡынға,

Осо йөрәгемә ялғанған

Сымдар буйлап Урал яғына

Аға йырың, аға һулҡылдап...