Святослав Рихтер концерты

Ҡараңғы донъяны ярып,
Ҡалҡынды кеше һыны,
Сихри ғәйрәт тулышҡанмы —
Нурлана ике ҡулы.

Ипле, йомшаҡ бармаҡтары
Йәнһеҙ ташты уята:
Фортепьяно телдәренән
Тылсымлы моң тағата.

Ярҙа усаҡ ҡабыҙырға
Ҡулдар тилбер ялтылдай...
Әллә ул бер тотҡон ҡошмо,
Оса алмай талпынған...

Әллә ул бер яңғыҙ юлсы
Дауылдан һаҡлай утты...
Әллә ул бер бағымсымы,
Ҡайтара осҡан ҡотто...

Йөрәгендә ташҡан һағыш
Бармаҡтарынан тама...
Ғүмер — хәтәр моңда ағыш,
Ағабыҙ ҡайҙа табан?..

Сихырлай торғас таштарҙы,
Илаһи ут ҡабынды!
Кеше,
күтәреп ҡулдарын,
Тәңреһенә табынды...
Ишелдеме тауҙан ташҡын —
Алҡыштармы ярылды...

Ай йөҙә...
Йондоҙҙар баҙлай.
Ел үләндәрҙе һыйпай...
Ер буйлап сихыр ағыла
Залға, күңелгә һыймай...