Сәскә диңгеҙе

Гөлнур менән Ильясҡа

Алдығыҙҙа йәйрәй диңгеҙ –
Сәскә диңгеҙе,
Илтифатлы балаларҙы
ята тиңһенеп.

Ҡай саҡ ярһып сайҡала ул
уҫал елдәрҙән,
сәскә-тулҡындар шыбырлай
төрлө телдәрҙә.

Осҡан кеүек аҡсарлаҡтар
балыҡтар күҙләп,
бында иңкеш-ҡорттар ҡайнай
бал-һуттар эҙләп.

Сәскә диңгеҙендә йәшәй
иң-иң батырҙар,
һәр нәмәгә маһир, уңған
иң-иң матурҙар.

Минән һеҙгә изге бүләк –
Сәскә диңгеҙе,
уны гел һаҡлай алһағыҙ,
һеҙҙе тиңһенер....
20.09.98.