Сәнскәк сәскәһе

Үҫмәнем мин гөлдәр араһында,
Үҫтем бары көл араһында,
Көлгә ҡатыш булды икмәгем дә,
Көл дә һиптем тән яраһына.

Һиңә гөлдәр бүләк итә алманым,
Бирҙем бары сәнскәк сәскәһен.
Ҡырыҫлығым аша үтә алманым,
Ташып барған саҡта хистәрем.

Саҡырманым гөлдәр араһына,
Ожмахтарҙа ялдар итергә.
Юлыбыҙҙа торҙо сығып ҡына
Бәлә-ҡаза, йәнде өтөргә.

Сәнскәк кеүек ҡай саҡ ҡаҙалдым мин,
Наҙлар саҡта һине сәскәләй.
Ғүмер үткән һайын, шымаһыҙлыҡ
Шына булып башҡа төшкөләй...

Үҫмәнем мин гөлдәр араһында,
Гөлдәр бүләк итә алманым.
Бирәм бары сәнскәк сәскәләрен —
Көлдә үҫкән өсөн һайланым.