Сәңгелдәккә мәдхиә

Күкрәп-шаулап ямғыр килгән,
Саман өйҙө йәшен атҡан,
Йәшен һуҡҡан өйҙә яңғыҙ
Сәңгелдәктә сабый ятҡан.
Шырпылай һынған антенна,
Селпәрәмә килгән тәҙрә,
Шауҙырлап төшкән быяла,
Килеп ингәс йәшен-йәҙрә.
Стеналар төтәй-төтәй
Сатнаған, ти, ҡап уртаға.
Өйҙә күк ҡойон уйнаған,
Бала бәүелгән уртала...

Йәшен өйҙө урап сыҡҡан,
Дөрләп янған ҡойма-ситән.
Ҡото осоп, сәсен йолҡоп,
Ҡарап торған әсә ситтән,
Һәм ташланған төтәп торған
Ҡырыҡ яра саман өйгә,
Сабыйын тапҡан биләүҙә
Тулап-илап ятҡан көйгә...

Йәшен бейегәндә бала
Йоҡлап ятҡан — тере ҡалған.
Сәңгелдәк уны һаҡлаған.
Хоҙай, тиҙәр, аралаған...