Силәбегә йәнә сәфәр сығам:
Һабантуйға саҡыра Силәбе.
Йәй уртаһы - инде биләндәрҙә
Өҙөлөп тә бешкән еләге!
“Силәбе - бешә ҡурай еләге”, - тип
Йырлағандар беҙҙә борондан.
Йыр - ҡанатлы, тағы осор әле!
Бөгөн йырым - ерем турында.
Лепехин, Фальк, Паллас, ҡабат килһә,
Танымаҫлыҡ бөгөн Силәбе.
Башҡорттарҙы күреп үҙ ерендә,
Эй шатланыр ине Чәләби!
Ә беҙҙең һуң баштан һыйпамаймы
Сәмреғоштоң тимер ҡанаты?
Саҡ менән Суҡ кеүек айырмаймы,
Кендектәрҙе беҙҙең ҡанатып?!
Милләтемдең изге төбәктәре -
Арғаяш һәм Ҡоншаҡ, Ҡарабаш,
Арҡайымды эҙләп йөрөгәнемдә
Улар тауыш биреп торасаҡ.
Арғужа, Уй, Мейәс, Ҡараған һәм
Яйыҡ, Тәгес - талғын йылғалар
Ҡайыш дилбегәләй һығылып-боролоп,
Һағыш тулып ҡына ағалар...
Мейәстәргә, Троицкигә һыймай
Аҡмулла ла гиҙгән далала.
Замандарҙың ҡанһыҙ Батучтары
Шағир йәнен аҙмы талаған…
Күлдәр иле, урман, дала иңе,
Йәлләмәгән тәңре тау-ташын.
Ҡаяларҙы матҡып үҫкән имән
Гел юғары тота сал башын!
Яҙмыш беҙҙе оҙаҡ һынамаһын,
Замандар ҙа бүтән аҙмаһын,
Айырмаһын беҙҙең кендектәрҙе,
Айырылырға бүтән яҙмаһын!
2007.