Сихырсы ҡарсыҡтай йондоҙҙар...

(Александр Малимоновтан)

 

Ҡылғанлы убала ҡурайҙар сыңрауы

Үҙәккә үткәрә быуаттар заңдарын.

Ул һөйләй:

шәреҡтең бихисап каруанын,

Ул  көйләй:

баҫҡындар уғының зыңлауын.

 

Яҙҙарын шишмәләр ҡолондай ашҡына,

Аҫауға әйләнә, ҡотороп ташҡанда;

Йәйҙәрен йәшенә ҡамыштар аҫтына,

Төбөндә яланғас таштары асыла.

 

Ә йәйге кистәрҙә,

һағышлы йыр тыңлап,

Сихырсы ҡарсыҡтай

йондоҙҙар йылтырай,

Баҡыр ай ойоған, мөгөҙөн тарбайтып,

Туғайҙар иҫертә, бал еҫе таратып.

 

Сал тарих илсеһе —

йән   дуҫым,

ҡурайым,

Халҡыңдың  мәңгелек йыр-моңон тыңлайым.

Ул моңдар  барында  үс-мәкер яралмаҫ,

Именлек һәм һөйөү төйәкләр далала...