Сихырлы күл

Сихырлы күл[1]

 

(йыр)

 

Сихырланың күҙ йәшендәй,

Саф көмөштәй һыуың менән.

Сихырланың ут-йәшендәй,

Тос емештәй һылыуың менән.

Сихырлы күл, сихырлы күл,

Алтайымдың Алтын  күле,

Сал халҡыңдың саф күңеле –

Хистәренең алҡын  күле.

Өтөп алды — сихырланы

Алтай ҡыҙы ҡараштары.

Ғүмер буйы йөрәкһетә

Алыҫ Алтай тарафтары,

Сихырлы күл, сихырлы күл,

Алтайымдың Алтын  күле,

Һыуҙарыңды уртланым да

Хәҙер йөрөйөм ялҡын йотоп.

Сихырланың, Төлөҫ күле,

Серле шарап туҫтағындай,

Күңелдәрем иләҫ-миләҫ,

Сайҡалғанға ҡосағыңда.

Сихырлы күл, сихырлы күл,

Алтайымдың Алтын  күле.

Алтай ҡыҙы  ҡараштары —

Саф һөйөүҙең алҡын  күле...

 

 

[1] Роза Сәхәүетдинова музыкаһы.