Шундай яҡты һине тапҡан төнөм:
Энәне лә эҙләп табырлыҡ,
Ай-һылыуҡай һыуҙай асыҡ йөҙлө,
Һәр кешелә серҙәш танырлыҡ...
Ҡап-ҡараңғы һине юғалтҡан көн:
Күҙҙәремдә — томан, нур үтмәй,
Ҡояш-апай болот-бөркәнсектә,
Күңелемдә — бушлыҡ, йыр етмәй...
Әллә төшмө, әллә һинме икән
Яратылған моңдан, шау нурҙан?
Яҡын миңә алыҫ йөрәк моңоң
Ерҙәге бар өндән, шауҙарҙан...