Шундай ҡыҙҙар була...

***
Шундай ҡыҙҙар була:
Матурлығы
Ҡапыл әсир итә йөрәкте,
Күңел ҡылы ҡапыл зыңлап китә,
Наҙы менән өҙә үҙәкте.

Ундай хистәр, йәйге ысыҡ кеүек,
Күҙ һирпкәнсә генә кибә лә,
Тик хәтерҙә балҡып-балҡып китә,
Йондоҙ янған кеүек тирәләп.

Ундай хистәр,елбәҙәк ҡар кеүек,
Тәҙрәнән дә осоп инәләр,
Осҡонланып осоп инәләр ҙә
Күҙ йәштәре кеүек һүнәләр…

Шундай ҡыҙҙар була:
Матурлығы
Йөрәгеңде китә ҡуҙғатып,
Гонаһмы ни:
Ситтән генә балҡып
Илһам биреп барһа оҙатып?..