Шүлгән тамғалары

Мин тағы ла килдем изге ергә,
Аяҡ баҫтым Иҙел ярына,
Мәмерйәнең шомло тынлығынан,
Һағышынан йөрәк ярыла.

Уралымдың бында сал тарихы
Аға йылға булып, йыр булып.
Тәүтормоштоң ҡараңғылығынан
Сығам күңелемә нур тулып.

Иманымдың Мәккәһе - был төбәк,
Ҡәғбә ташы - Урал түрендә,
Хаж ҡылғандай бында йән таҙара,
Һүнеп барған өмөт терелә.

Кискәндә лә алҡын даръяларҙы,
Төшкәндә лә төпһөҙ тәрәнгә,
Шүлгәнемдең уңмаҫ тамғалары
Баҙлар беҙҙең йөрәк түрендә.
1997-2003.