Шоңҡар

Шоңҡарҙы бәйләп ҡуйғандар,
Бәйҙәге эт ул — Шоңҡар.
Төпкәйендә ҡарт ҡайындың
Ятҡанға ул бошонҡо.

Күҙҙәремә ҡарай Шоңҡар —
Күҙҙәре тулы һағыш.
Әллә һағыш, әллә тағы
Хужаларына ҡарғыш.

Ситлектәге шоңҡар ҡоштай,
Сынйырланған Шоңҡар — эт.
Ирек һөйгән ҡоштар кеүек,
Эт — тыумыштан сапҡыр бит…

Күҙҙәремә баға Шоңҡар,
Ҡулдарыма ҡарамай:
Ул бит минән ирек һорай,
Ул бит ризыҡ һорамай.

— Ысҡындыр, ағай, этеңде,
Гөнаһҡа батма улай.
Эт тә бит йән!
Йән иректә
Йәшәргә генә тыуа.