Сәхнәһендә замандың...

(ҡобайыр)

 

Мәшһүр  ҡурайсы Йомабай

Иҫәнбаев иҫтәлегенә

 

Оло йыйын, ҙур байрам

Башҡортостан — илемдә,

Йөрәк ярһый, атлыға,

Күңелдәр ҡанатлана

Сихри йыр-моң телендә.

Йомабайҙай улдары

Башҡортомда тыуғанға,

Халҡым даны донъяға

Таралғанға, ашҡанға

Дуҫ-иштәр ҙә ҡыуана...

 

Инде 100-гә етһәң дә,

Быуат ғүмер үтһәң дә,

Һин һаман да йәп-йәшһең,

Йырға-моңға йәштәшһең,

Беҙгә рухташ, йәндәшһең,

Таналығың, Һаҡмарың,

Моңдарыңды һаҡланы,

Башҡортостаның — илең

Хәтерҙә һаҡлай һине,

Ҡәҙерләй, һанлай һине.

 

Ҡулдарыңда — ҡурайың,

Уйҙарыңда — Уралың,

Дәртең ташып уйнаның.

Илеңә лә, көнөңә лә

Имен йәшәү юраның.

Моңдо алдың халҡыңдан,

Йөрәгеңә ялҡындай.

Һинең һәләт, саф талант

Тыуған телдән талпынған,

Тыуған ерҙән ҡалҡынған.

 

Алыҫ илдәр ураның,

Ҡурайыңда уйнаның,

Ҡоштар менән ярыштың,

Ташлаттырып бар эште

Таң ҡалдырҙың Парижды.

Моңға егеп дарманды,

Әсир иттең Германды,

Күпме халыҡ йыйналды,

Күпме көйҙәр тыңланды,

Башҡорт йыры ҙурланды.

 

Булдың мәшһүр ҡурайсы,

Моңда күңел арбаусы,

Моңда телдәр аңлаусы,

Үҙең бәхет күрмәһәң дә

Йырға бәхет юллаусы.

Оҙон булһа ла йырың,

Туп-тура булды уйың,

Ҡалтыраманы ҡулың.

Хәтәр булғас заманың,

Ҡатмарлы булды юлың.

 

Ҡара эсле нахаҡсы

Һиңә яла яҡҡайны,

Халҡың һине яҡланы,

Исемеңде аҡланы,

Абруйыңды һаҡланы.

Ишмулла атлы яҡташың -

Түңгәүер ырыуҙашың,

Тағы алыҫ тарафҡа

Ҡурай данын таратты,

Бар донъяны ҡаратты...

 

Таналығым, Һаҡмарым

Моңдарыңды һаҡланы;

Ағиҙелем, Ҡыҙыл, Әй

Хистәреңде ҡеүәтләй;

Ҡариҙелем, Үҙәнем

Көйҙәреңде күтәрҙе;

Ашҡаҙарым, Эйегем

Таҡмағыңа бейене;

Урмандарым, тауҙарым

Моңоң танып шауланы...

 

Яңғыратып Уралың,

Сыңрар шанлы ҡурайың,

Сәхнәһендә замандың

Һинең моңдан көс алған

Тыуыр яңы оҫталар...

Йомабайҙы ҙурлауға,

Таланттарҙы барлауға,

Йыйыуыңа бәйгегә

Рәхмәт һиңә, бергенәм, —

Йырлы, нурлы илгенәм,

Илгенәм, ау, илгенәм!..