Бер һыуынғас, ҡабат янып булмай,
Һүреләһең икән күмерҙәй.
Бер һыуынғас, ҡабат һөйөп булмай,
Хистәреңә ҡала үлергә.
Бер һыуынғас, шиғыр яҙып булмай,
Фекерҙәрең ҡала күмергә.
Һүнгән уйҙар инде – үле тупраҡ,
Тура килә ергә күмергә.
Күмелгәнде ҡаҙып алып була,
Ярай ҙа бит ятһа урынында.
Ҡай саҡ була – күмелгәнде килеп
Ҡаҙып алып китә уғрылар.
Уйҙар ята хәтер ҡатламында,
Ер аҫтында ятҡан мәғдәндәй.
Иҫкерә лә башлай ваҡыт үткәс,
Йә еҫләнә, ризыҡ-тәғәмдәй.
Әй һыуынма, күңел, хистәреңдән,
Ян, һөй ярһып, яндыр ялҡындай.
Шиғыр – һөйөү утым,
Һүнмәй дөрлә,
Хатта йөрәк туңыр һалҡында.