Шайтантаяҡ

Юл ҡыҙырым үҫкән шайтантаяҡ –
Ҡаҡ ер тимәй ҡалҡҡан сәнскәктәр.
Һаҡсы һымаҡ туҡтатырҙар, әгәр
Барһаң буштан-бушҡа сәнскәкләп…
Беҙ еләбеҙ.
Йылдар баҫҡан кеүек,
Шайтантаяҡ тотоп ҡулына.
Гонаһтарың булһа был доъяла,
Аямайса улар ҡундыра!...

Һыҙырып-һыҙырып ала шайтантаяҡ,
Ҡай берәүҙән һыҡтыу ысҡына.
Рәнйегәнгә нахаҡ һуғылыуҙан
Тәнем яна, йәнем ҡысҡыра…

Яҙмыш!
Һин бит һәр нәмәлә ғәҙел,
Һәр ҡылғанға бирсе әжерен:
Шайтантаяҡ менән тондор тағы –
Күтәрермен тейеш ҡәҙәрен.