Шатлыҡты ла йәшерәбеҙ
Дуҫ-иш күҙенән.
Ниңә, тиһәң: ҡурҡабыҙ беҙ
Көнсөл һүҙенән.
Ҡыуанысыңды ла алдан
Әйтмә ҡысҡырып,
Көнсөлдәрҙең һоғо яман —
Ҡотоң ысҡыныр.
Үҙемде үҙем йыуатам:
«Ул да йәшәһен,
Ҡояшы янһын.
Уңышы
Күкрәп-йәшнәһен...»
Эх, ҡана һуң!..
Әммә донъя
Үҙһүҙле хәтәр...
Бүре балаһы бүректә
Ятмай шул, ҡәһәр...