Себен

Тәҙрә ҡаты араһында ҡалып,
Әй безелдәй себен сая ла!
Быяланы ватмаҡ үҙ уйынса,
Сәбәләнә тик ул заяға...

Беҙ ҙә ике донъя араһында
Себен һымаҡ ҡалдыҡ ҡамалып:
Үткәндәргә күптән юлдар ябыҡ,
Яңыһында - өмөт самалы...