Сармат алтыны

Ер ҡуйыны күпме серҙәр һаҡлай!..

Уйы етмәй ғалим халҡының.

Алтын тапһаҡ – башҡорттоҡо түгел,

Сарматтарҙың ғына алтыны.

 

Сармат беҙҙең ергә ҡалдырмаған

Алтынының күмеп артығын.

Башҡорт айыра белгән Уралында

“Һары мәте” - алтын балсығын.

 

Башҡорттоҡо түгел икән әгәр

Башҡорт ерҙәренең алтыны,

Телебеҙҙән ниңә осоп тора

“Һары мәте” һүҙе талпынып?!

 

Ул алтындар - башҡорт еренеке,

Нисек кенә уны атама!

Ә тарихта бары тороп ҡалған

“Һары мәте” тигән атама.

 

2007.