Рух яҙыуы

РУХ  ЯҘЫУЫ

 

Рух яҙыуын күпме эҙләйем мин,

Таба алмай күпме сер һүтәм,

Ҡул һелтәйем, ҡабат тотонам да

Уй тағатам, тағы юл үтәм.

Мин эҙләйем беҙҙең халыҡ рухын

(“Беҙҙең” тиеп яҙа бер халыҡ!),

Тарихсылар:

— Борон булған, — тиҙәр,—

Хәҙер бөтә халыҡ — бер ҡалып...

Ҡайҙа мәңгеләшкән башҡорт рухы,

Ниндәй һәйкәлдәргә уйылған,

Ниндәй храмдарҙа күтәрелгән,

Ҡайһы китаптарҙа яҙылған?..

Рух яҙыуы әллә телдә микән,

Ҡандамы ул,

Әллә йәндәме?

Изге төйәгебеҙ Уралдамы,

Ҡурай ҡойған моңда-йәмдәме...

Эҙләп табыу кәрәк —

Асылыбыҙ

Тарих туҙанына күмелеп

Ята бирә...

Бөгөн беҙҙең өсөн

Иламаҫ бер кем дә түгелеп...

 

Рух яҙыуы — тамға ғына түгел

Ырыуҙың йә яңғыҙ кешенең,

Унда булыр тотош халыҡ рухы,

Уҡыу ғына кәрәк төшөнөп.

Йоҡо баҫҡан бәғзе күңелдәрҙән

Юйылған да инде ул яҙыу,

Йыуылған да хәмер, ағыу менән,

Мөмкин түгел табыу һәм таныу.

Рухыбыҙҙан китә рух яҙыуы,

Тоноҡлана, уңа йылдан-йыл.

Яңыртаһы ине,

Күңелдәргә

Күсерәһе ине юлма-юл...

 

— Эҙлә уны “Урал батыр”ҙан, — тип

Ғалим бирә миңә батаһын.—

Бабаларҙың рухын табырһың, тим,

Урал батыр — башҡорт атаһы...

 

— Салауаттан эҙлә халҡың рухын,

Ваҡытыңды әрәм иткәнсә,—

Тине дуҫым.

Әммә ул дәүерҙә

Халыҡ та бит булған бүтәнсә.

Кинйә, Салауаттар әйҙәгәндә

Халыҡ дәррәү, берҙәм эйәргән,

Ирек һәм ер мәсьәләһен улар

Уҡ менән хәл иткән эйәрҙә...

 

Миңә рух асылы бөгөн кәрәк,

Үҙемә һәм бөлгән халҡыма.

Бөгөн кәрәк!

Сөнки заманаһы

Ҡалайыраҡ алған алҡымдан!

 

Бер ҡараһаң — беҙ ирекле кеүек,

Республикам — субъект, үҙ аллы.

Бер ҡараһаң, Рәсәй — Империя,

Ә беҙ унда — вассал ни бары!

Ике башлы Сәмреғоштоң күпме

Тырнағында сысҡан бисара!

Бар ишара — Тыпырсынып ҡара!

Буйһонмаҫҡа тағы ни сараң?!

 

Гонаһ булыр әйтһәк: олатайҙар

Эҙләгән, тип, Рустән ырыҫты,

Мәжбүр булған улар баш һалырға,

Үҙҙәрендәй күреп урыҫты.

 

Үҙебеҙҙең Әләм, Тамға, Оран...

Тик үҙ аллы дәүләт — фикция!

Өйрәк эсендәге алтын күкәй —

Союз эсендәге секция.

Үҙаллылығын да милләттәрҙең

Тығып ҡуймаҡ улар ҡәбергә:

“Инәһенән әҙәм бер иш тыуа,

Барыһы ла булһын губерна...”

“Ваҡ халыҡҡа шул етмәгән тағы!

Онотмаһын ҡанлы тарихын.

Дәғүәләре бөтмәҫ..” — тиҙәр улар,

Иҫкә төшөрәләр дар еҫен.

 

Бөтә яҡлап бара күҙҙе бәйләү,

Яйлап ҡына өҫкә ау ҡороу.

Рәсми телдә була был — сәйәсәт,

Бөйөк шовинислыҡ шауҡымы...

 

O

— Милләттәргә бүлеү кәрәкмәй ул,

Бөтәбеҙ ҙә бер иш, бер кеше,—

ти бер таныш ханым һөйләшкәндә, —

Бер туғандай беҙҙә бар кеше.

Аңлашыу ҙа русса ғына барһа

Һәм өйрәнһә бала бер телде...

Күпме бәлә, күпме сығым һөйрәй

Төрлө телгә бүлеү бер илде!..

 

Бына һиңә, ишетмәһәң — ишет,

Әҙ ҙә түгел, күп тә — тап-таман!

Ә мин, йүләр, милләт тигән булып

Йөрөйөм тағы, йыйын сафсата!..

 

Бик баҫалҡы, ниндәй тыныс мәрйә,

(Тымыҡ күлгә шайтан эйәләй!)

Мин бит уның ирен белә инем,

Баҡый йортҡа китте бик йәшләй,

Татар ине. Әммә бер ҡасан да

Һүҙ ҡушманы әсә телендә...

— Ирегеҙ бит татар ине...— тинем.

— Уға милләт хәжәт тегендә!..

— Үҙ телендә иркен уҡыйым мин

Карамзинды, Пушкин, Толстойҙы.

Башҡортса уҡыһын ейәндәрем

Салауатты, Бабич, Мостайҙы...

Ә һеҙгә бит урыҫ теле кәрәк,

Беҙгә ниңә үҙ тел ярамай?

Башҡорт — башҡорт булһын,

Татар — татар,

Үҙ телендә һәр кем һайраһа,

Насармы ни һеҙгә, урыҫтарға,

Кемгә зыян, кемгә — әйтегеҙ?!

Ә һәр милләт һөйләшергә тейеш

Ниндәй телдә, ханым, әйтегеҙ?!

— Русса! — тине, күҙҙәрен дә йоммай,

Баяғыса зәһәр йылмайып,—

Дәүләтебеҙ теле берәү генә,

Һәр кем бүлгеләһә, булмай ул...

— Бына нисек?!

— Эй-йе!..

 

Хоҡуғымды

Аңлатырға нисек ханымға?

“Беҙ ҙә кеше!

Беҙҙең үҙ телебеҙ!

Рәнйетмәгеҙ Алла хаҡына!..” —

Юҡ, быларын уға әйтмәнем мин,

Күтәреүҙән тауыш — ни файҙа?..

Эстә нәфрәт ҡайнай, вулкан кеүек

Ташып сығыр ҡасан һәм ҡайҙа?..

 

O

 Там — русский дух,

Там Русью пахнет!..” —

Тип өйрәтте беҙҙе мәктәптәр.

“Беҙ — мосолман! Ислам...” — тип әйтергә

Ауҙарылған ине мәсеттәр.

“Милләт” һүҙен телгә алған өсөн

“Милләтсе” тип ғәйеп таҡтылар,

Манаранан төшкән китаптарҙы

Урамдарҙа өйөп яҡтылар.

Һәр нәмәнән “урыҫ еҫе килде”:

Рус урманы, урыҫ яланы,

Ҡайындар ҙа русса йыр йырланы,

Русса беште ҡыҙыл баланы.

Яйыҡ “Урал” булып ағып китте,

Төйәләҫкәй булды “Худолаз”...

Шүлгән мәмерйәһе — “Каповая”

Ҡапыл ғына булды-ҡуйҙы ла...

 

Аңы менән таныны әсәйем

Боронғоно — үткән дәүерҙе.

“Бәлшәүик”тең күргәс яуызлығын,

Ҡабул итә алманы гәүерҙе.

Бәлшәүиктәр килгән саҡта әсәй

Инде ете йәшлек ҡыҙ булған.

Ҡыҙылдарҙың ҡанһыҙ ҡылығынан

Йөрәктәре туңған,боҙ булған.

“Бәлшәүиктәр килә!” — тиеү менән

Халыҡ ҡасҡан мыҫҡыл, талауҙан,

Һәр ауылда уларҙан һуң ҡалған

Етен сәсле тыңҡыш малайҙар...

Шунан нисек инде әйтмәһендәр

“Ана урыҫ еҫе килә!” — тип.

Суҡындырып, аҫып, киҫеп үткәс,

Бөтә ергә еҫе һеңә бит.

Еҫе генә булһа тағы бер хәл,

Урыҫ рухы һеңгән күңелгә,

Аңға,

телгә,

бөтә йәшәйешкә...

Ҡотолоуҙар булмаҫ еңелдән!..

 

Бейә бәйләп, ҡымыҙ ғына эскән

Бабам өйрәнгән бит кафырҙан

“Ут һыу” тигән харам араҡыны

Уртлау ғәҙәтенә ахырҙа...

Шул араҡы тамам ағыулаған

Нисә быуын ҡанын башҡорттоң,

Аңы томаланғас, Ерен һатҡас,

Рухынан да яҙған байғошоң.

 

Күпме матур изге йолаларын

Алыштырған урыҫ заңына,

Көн дә байрам, көн дә туй үткәреп,

Ғафиллыҡтың менгән ялына.

Донъяларын алдан ҡайғыртмағас,

Уйһыҙ мужик кеүек бәҫәргән.

Күнегеүе еңел, рәхәт, анһат

Моңһоҙ, мәнһеҙ, ғәмһеҙ йәшәргә...

 

Рух бөлгөнлөгө күңелдәрҙе

Яулай бара — йәнгә ҡырталаш,

Ошо яуҙа беҙ — гел юғалтыусы...

Бай телебеҙ ҡалды яртылаш.

Балаларға нимә ҡалдырабыҙ:

Ыҫлы ҡара мунса — ҡотһоҙлоҡ.

Мунсала әле таҙарырға була,

Ә был ҡыуыш — утһыҙ шыҡһыҙлыҡ.

 

Ҡайҙа барабыҙҙыр? —

Ут-замандың

Дауылдары ҡаға елкәгә,

Уйламайбыҙ:

Тормош каруаныбыҙ

Ҡайҙа морон төртөр иртәгә?

 

Тәбиғәттең үҙен ата-бабам

Юлдаш, рухташ иткән йәненә.

Юғалттыҡ барыһын юлыбыҙҙа...

Гүйә әрһеҙ сәкмән иңебеҙҙә —

Исемебеҙ ҡалды әлегә...

 

O

Ишек баштарына ҡыҫтырылып

Яҙыу торҙо — ҡөръән киҫәге.

Шул да хатта әҙәмдәрҙе бер аҙ

Яҙыҡтарҙан алды киҫәтеп.

Ҡөръән һүҙе — иман һүҙе ине,

Һәр сүрәһе, доға, вәғәзе.

Яманлыҡты күреп ғибрәт алһаҡ,

Яҡшылыҡтан күсте ғәҙәте.

Сүрәләрҙең сихри серлелеге,

Моңлолоғо көйлө уҡыуҙың

Үҙе тартыр ине зиһендәрҙе,

Кәрәге юҡ ине тылҡыуҙың.

Аяттарҙы, доғаларҙы әсәй

Уҡып йәмләр ине табынды.

Аллаһынан беҙгә һәҙиә тип,

Динде изге күреп табынды.

Кесе йәштән иман шарты менән

Һеңгәнгәлер йәненә изге рух,

Йөрәгендә янды шәфҡәт шәме,

Күңелендә —

Әүлиәләй уяу һиҙгерлек.

Иңдәренә ҡунған фәрештәләр

Иҫәпләһә уның ҡылғанын,

Изгелекте яҙып барғанының

Хисабының булыр тулғаны...

Ликбез сыҡҡас, күпме инәлделәр —

Мәктәпкә ул аяҡ баҫманы,

Боронғолоҡ менән тоташтырған

Баҫманы ул алып атманы,

Үҙ һүҙендә торҙо:

“Һеҙгә — наҙан,

Ә үҙемә — мөьмин мосолман.

Булыр инем һеҙҙән уҡымышлы,

Тороп ҡалдым яңы ысулдан...”

Инҡар итте барлыҡ яҙмаларҙы,

Рух яҙыуын ғына таныны,

Әрләнеләр, хуплап ҡаранылар,

Ҡурҡытып та йөпләп ҡаранылар,

Ҡабул итмәне ул яңыны.

 

Рух яҙыуы — әсә һөтө менән

Ҡанына һеңгән, Йәненә ҡайылған,

Ере һымаҡ,

Туған теле һымаҡ

Йөрәгенә уйып яҙылған...

 

*

Ғүмерендә хатта бөжәкте лә

Рәнйетмәгән әсәм асылда.

Мәрхәмәткә ҡәлбе тулғанғалыр,

Изге йәнле кеше булғанғалыр,

“Ҡәҙер кисе” уға асылған.

 

“Ҡәҙер кисе”...

Ул бер илаһи кис,

Ырыҫлылар ғына өлөшө,

Иң арҙаҡлы бәндәһенә генә

Аллаһынан

Теләктәрҙең алға килеше.

 

Айһыҙ август төнө.

Әсәй яңғыҙ

Ҡарауылға барған һарайға,

Ялан кәртәләрҙә тыныс ҡына

Көйшәп ятҡан колхоз һарығы...

 

Йондоҙло күк кинәт ярылған да

Күк ҡабағы киткән асылып,

Ҡапыл сағыу нурҙан әсәй ҡурҡҡан,

Леһерҙәшкән малдар сыусынып...

— Уй, ыстағәфирулла! Тәүбә, тәүбә!.

Алланың ҡәһәре һуҡҡыры!

Мәсекәйме, әллә убырмы? — тип

Ҡурҡышынан әсәй ҡысҡырған.

Аңғармаған шул ул ни булырын,

Яуыз көстән көткәс ҡырын уй.

Донъям, балам, тиеп,

Башҡайында

Ҡыр(ы)ҡ ҡайғы ҡайнай,

Ҡыр(ы)ҡ уй!..

 

Доғаларын уҡып күккә баҡһа,

Әсәм күргән зәңгәр көмбәҙҙә

Ҡыҙ сағынан таныш яҙыуҙарҙы,

Һәр хәрефе баҙлай көндөҙҙәй.

“Ҡолһу алла”ларҙы уҡый-уҡый,

Күҙен алмай күккә текләгән,

Күк ҡабағы ҡасан ябылғанса

Изге теләктәрен теләгән:

“Эй раббым! Йә Аллаһы тәғәләм!

Балаларымдың бир бәхетен...

Бир иҫәнлек-һаулыҡтарын берүк..,

Донъяларҙың күрһәт рәхәтен...”

 

Теләктәрен әйтеп бөтөр-бөтмәҫ

Күк ҡабағы инде ябылған.

Ҡай арала башынан шыуып төшкән

Йоҡа шәлен алып ябынған...

 

Күҙ ҙә йоммай әсәй таң аттырған,

Бар ғүмерен кисеп уйынан.

Ҡәһәр һуғыш...

Йәшләй ирһеҙ ҡалыу...

Донъя мәшәҡәте муйындан...

“Утыҙыңда ғына яңғыҙ ҡалсы!

Алты балаң өйҙә зарыға...

“Ҡәҙер кисе” ысын булды микән?

Рәхәт тормош кемгә тарыған...

Ҡурҡып ҡысҡырғансы, башында уҡ

Һөйләһәм ни булған хәлемде?

Исмаһам, һуғыштан ҡайтыуҙарын

Теләһәм ни булған Ғәлимдең?..

Эй иҫәүән дә мин...

Һуғыштың һуң

Бөткәненә инде ни ғүмер?!

Әллә инде...

Өмөтһөҙ шайтан, ти...

Көлдә лә бит ҡала бер күмер...”

 

Үҙ алдына шулай хәсрәтләнеп,

Тотонған ул үкһеп иларға.

Көсһөҙлөктән,

Йәнә яңғыҙлыҡтан

Белмәй тағы ниҙәр ҡылырға...

Ауыр тойғо, әсе күҙ йәштәре

Тамағына килеп тығылған.

Ҡарауылда төнө буйы илап,

Ҡаршылаған таңды тын ғына...

 

O

Әсәй, һиңә,

Күк ҡабағын асып,

Тәңрең нурын һирпеп ҡараған.

Ҡараған да

Килер көндәреңә

Ырыҫыңды буйтым юраған.

Юлдарыңа, уйың, ҡуйыныңа

Илаһи нур тулған икән дә,

“Ҡәҙер кисең” асылғанда күргән

Рух яҙыуың булған икән дә!

Ошо яҙыу, изге доғалыҡтай,

Йөрәгеңә мәңге уйылған.

Уйылһа ла Ғүмер һуҡмағыңда

Ҡубып-ҡубып ергә ҡойолған. . .

 

***

Бик күп һыуҙар аҡҡас,

Маңлайҙарға

Байтаҡ ятҡас хәсрәт һырҙары,

Әсәкәйем,

һикһәненә баҫып,

Бер байҡаны үткән ҡырҙарын.

Сәскән, урған, һуҡҡан ҡырҙарына

Кемдер яңы көлтә ҡуйғанмы?

Йәшлегендә урған көлтәләре

Былар ише генә булғанмы?!

Эх урҙы ла улар!

Көн-төн тимәй,

Ал-ял белмәй икте игенен,

Баҡты малын,

Көттө донъяһын да...

Тик күрҙеме үҙе игелек?

Хәҙер инде,

Мәңгелек йортоноң

Ҡапҡаһына килеп еткәндә,

Барыһын да асыҡ әйтеп була,

Үпкәләп тә була үткәнгә.

“Үпкәләп ни...

Насар йәшәмәнем,

Ил күргәнде күрҙем, кисерҙем.

Ил өҫтөндә сыпсыҡ үлмәй, тиҙәр,

Сыпсыҡ нимә?! —

Аҡҡошҡа тиң хөрмәт ишелде!

Көнләшмәнем кеше бәхетенә,

Үҙемдеке ашып түгелде.

Алты балам алтмышҡа ишәйҙе,

Ошо үҙе бәхет түгелме?!”

Бәхет, әсәй,

Оло бәхетең был,

Хоҙай биргән хәләл өлөшөң.

Алты балаң,

Алты алмағастай,

Үҫеп етте, бирҙе емешен.

Ырыу ағасында һәр береһе

Үҙ тоҡомон ергә таратты.

Алтмыш балаң бөгөн

Һинең рухты

Күңелендә,

Үҙ телендә,

Үҙ илендә,

Милләтендә мең ҡат яралтты.

Хәтеремдә, әсәй, һин һөйләгән

“Ҡәҙер кисең”, күргән яҙыуың.

Офоҡтарҙы беҙҙең балҡытыр ул,

Рух яҙыуы булып яныр ул.

Һеҙҙең быуын рухын йәшәтергә,

Йәшәртергә уны тағы ла

Килер яңы-яңы быуындарҙа,—

Туңырға ла әле янырға.

Шул рух өсөн кәрәк ут йоторға,

Ҡаршы барыр кәрәк яманға.

Инсафлыҡҡа кәрәк инанырға,

Тоғро ҡалыр кәрәк иманға...

 

O

 

Төпләнмеш һүҙ

 

Әлмисаҡтан тәүбабабыҙ табынған таш —

рух яҙыуы,

Шүлгәнташҡа зауыҡ менән һыҙылған һын —

рух яҙыуы,

Йәнебеҙгә һары майҙай яғылған ҡот —

рух яҙыуы,

Изге ерем-һыуым һаҡлап ҡойолған ҡан —

рух яҙыуы,

Уралтауҙың һәр ташына уйылған йыр —

рух яҙыуы,

Ир данынан, ил зарынан яралған моң —

рух яҙыуы,

Башҡортомдоң бар булмышын һаҡлаған тел —

рух яҙыуы...

Әлмисаҡтан быуын-быуын яңырған ул —

рух яҙыуы,

Мәжүсилек кисерелеп,

бер Аллаға табынғанбыҙ,

Әҙәп менән, инсаф менән,

иман менән бағынғанбыҙ..

Әлмисаҡтан әсә һөтө менән ингән

рух яҙыуы...

1995