Рух һүнмәһә, ил үлмәҫ!

Башҡортомдоң уҙған юлы
Башҡортомдоң уҙған юлы
Михнәтле вә хикмәтле,
Тарих шаһит: ерен һаҡлап,
Ни ғазаптар сикмәне?!.

Ҡабырғаһынан аҫҡандар,
Башҡорт йәне үлмәгән!
Шлицельбургка япҡандар,
Башҡорт рухы һүнмәгән!

Ерҙә ҡоро ер бар микән
Башҡорт ҡаны аҡмаған?!
Дингеҙҙәргә батырғандар,
Башҡорт рухы батмаған!

Һатып алырға иткәндәр,
Башҡорт уға күнмәгән,
Суҡындырырға иткәндәр,
Имандан ул дүнмәгән.

Телен ҡырҡып ҡарағандар,
Башҡорт теленән яҙмаған!
Иленә үрттәр һалғандар,
Мәғрүр Урал янмаған!

Күҙен суҡып ҡарағандар,
Башҡорт һуҡыраймаған!
Үҙен иҫертмәк булғандар,
Башҡорт иҫтән яҙмаған!
Аҡылын һис юймаған!..

Шундай булған ата башҡорт,
Сафтарынан ел үтмәҫ!
Беҙ бит – уның вариҫтары,
Рух һүнмәһә, ил үлмәҫ!..
Рух һүнмәһә, ил үлмәҫ!..

12.01.2017