Рәсәй тотҡоно

(бәйет)

 

«Кавказ тотҡоно» тип хәбәр һөйләгәндәр,

Бар бәләне Кавказ менән бәйләгәндәр.

Жилин менән Костылиндың[1] әсирлеге —

Уйын ғына булған икән дә сирлегә.

 

Бөгөн Кавказ үҙ иркенә йәшәйем, ти,

Тотҡонлоҡта тонсоғам, ти, сәсәйем, ти.

Рәсәйгә был нисек инде оҡшаһын, ти,

Бүленмәҫлек империя ҡаҡшаһын, ти.

 

Егерменсе быуат бөтөп барған саҡта,

Халайыҡтар  бер-беренә ҡаршы сыҡты.

Ерен һаҡлап, ирек даулап чечен үлә,

Чечен өсөн татар үлә, башҡорт үлә.

 

Кем сығарҙы был ҡан ҡойош болаларҙы,

Кем ҡайтарыр башын һалған балаларҙы?..

Ҡорбандарын һайлап тормай ҡурғаш пуля,

Чечен өсөн татар үлә, башҡорт үлә.

 

Мәйет ята Грозныйҙа урам тулып,

Кемдәр эше алыу йыйып, алыу танып?

Табут  ҡайта — берәүҙәрҙең ғәзиз улы

Урынына әллә кемдең башы-ҡулы...

 

Егерменсе быуат бөтөп   барған саҡта

Империя тергеҙелеп,  бола  сыҡты.

Ҡаф тауында тотҡон булһа нисә кеше,

Ә Рәсәйҙә  бөгөн тотҡон тотош Чечен.

 

Кем сығарҙы был ҡан ҡойош болаларҙы,

Кем ҡайтарыр  беҙҙең ғәзиз балаларҙы?

Ерен һаҡлап, ирек даулап чечен үлә,

Чечен өсөн башҡорт үлә, татар үлә...

 

 

 

[1] Л.Толстойҙың “Кавказ тотҡоно” хикәйәһе геройҙары, рус һалдаттары.