Әрмән ҡыҙына

Исемеңде лә һинең белмәйем мин,
Бары беләм: хафа кискәнһең,
Әрмән ҡыҙы,
Мәскәү урмандарын,
Рус тупрағын төйәк иткәнһең.

Әсәйеңә лә бик оҡшағанһың,
Йөҙөң тартҡан антик һындарға,
Тауышыңда — хәсрәт ауаздары,
Йырыңды ла ауыр тыңларға...

Үҙ иркегеҙ менәнме ни бында —
Йәшәп ятаһығыҙ сит яҡта;
Тыуған, торған ерегеҙҙе ташлап,
Киткәнһегеҙ — бөгөн ҡасаҡтар.

Ерегеҙҙән һеҙҙе ҡыуған әҙәм,
Йортоғоҙҙо утта яндырып,
Яҙмыштарҙы һеҙҙең ҡыйратҡандан
Тынды микән үсен ҡандырып?..

Үҙ илендә илһеҙ йәшәһенме
Әрмән, төрөк, ҡырым татары!..
Һуң булһа ла бөгөн төҙәтәйек
«Халыҡтар атаһы» ҡылған хатаны!

Ватандашым!
Һиңә өндәшәм мин,
Булһаң да һин ниндәй милләттән,
Күршең иртән имен килеп торһон,
Талаш-тартыш тамам еләткән!..

Әрмән ҡыҙы!
Ҡасаҡ һағыштары
Минең дә бит йөрәк түремдә...
Бөгөн һиңә Мәскәү урмандары
Ил ҡалҡаны булып күренә.