Палдиски дәфтәренән (шәлкем)

Палдиски дәфтәренән

 

(шәлкем)

 

Рогервик

 

Рогервик - ҡомло ер, шомло ер,

Балтика биләүгә биләгән.

Сал даръя - мәңгелек тирмәнсе

Таш тартып, таштан он иләгән.

 

Уралда ихтилал күкрәүе

Рәсәйҙе һелкеткәс йәшендәй,

Батшалыҡ уй ҡорған:

Салауат

Еңә алмаҫ диңгеҙҙәр дәһшәтен.

 

Диңгеҙҙең дәһшәте батырҙың

Ярһыуын оторо ҡайнатҡан,

Уралдан - иленән айырылыу

Хыялый хистәрҙән айнытҡан.

 

Ғүмеренең һәр көнөн таш менән

Диңгеҙгә аяуһыҙ атҡанда,

Ҡабарған офоҡҡа текәлеп,

Салауат уйҙарға батҡандыр.

 

Батҡандыр,

Тик ҡабат ҡалҡҡанда

Диңгеҙҙең ишетеп шауҙарын,

Тулҡындар яуында күргән ул

Халҡының өр-яңы дауҙарын.

 

Рогервик - тотҡондар иңрәһә,

 Гәлсәрҙәй күҙ йәшен түгер ер,

Батырҙың һағышын тойғандай,

Салауат баҫҡанда сүгер ер.

 

Рогервик, һин шаһит:

Батырҙың

Күҙенә баҡҡанһың түбәндән,

Ул һиңә мөлдөрәп ҡараған,

Мәрхәмәт, ярлыҡау көткәндәй.

Ташында табанын ҡанатып,

Һине ул көн һайын иңләгән,

Көн һайын Уралын һағынып,

Күңеле һыҙылып иңрәгән.

 

Батырша, Салауат, Буранбай...

Һөрөлмәй ҡалғандай һөргөнгә,

Уларҙың рухтары иректә,

Тәндәре китһә лә гүр-ергә.

 

Әллә беҙ тотҡондар бөгөн дә ?-

Көнөбөҙ, телебеҙ һөргөндә,

Боронғо ҡаныбыҙ, даныбыҙ,

Рухыбыҙ, ҡотобоҙ бөлгөндә?..

 

Салауат быуатҡа бер тыуа,

Батырҙар хәтерҙән юйылмаҫ.

Башҡортҡа Рогервик бихисап,

Тик халҡым иреккә туйынмаҫ...

 

1997.

 

Палдискиҙағы

Салауат һәйкәленә

 

Балтик яры. Һалҡын Палдискиҙа

Тағы яңғыҙ ҡалды Салауат.

“Эй, туғандар! Ҡайтаһығыҙ ҙамы?” –

Яңғыраны арттан шул ауаз.

 

Диңгеҙ яры.

Батыр яңғыҙ-ярым

Тороп ҡалды сит-ят ҡалала.

Диңгеҙ ярһый, көсөн күрһәтергә,

Гүйә, бурҙай беҙгә абалай…

 

Моңаймасы, батыр,

тик бер үҙең

Ят яҡтарҙа тороп ҡалғанға.

Батырҙарҙы ил тыуҙыра, әммә

Батыр берәү була арала.

 

Атың ятмай тарих туҙанында,

Заман ыҙанында – урының.

Һин күтәрҙең – илде,

Илең һине

Төп тамғаһы итте гербының.

 

Бығауыңдан тамған ҡайнар ҡаның

Йыуған сирек быуат ҡаҡ ташты.

Тыуған ерең төҫө – ҡара тупраҡ

Балтик ҡомо менән ҡатышты.

 

Тере тупраҡ – йәдкәр Уралыңдан,

Был майҙансыҡ – һинең биләмәң.

Йәш яугирҙай баҫҡан күк шыршылар

Һуңғы төйәгеңде биҙәгән.

 

Һин бында бул,

Батыр,

Моңаймасы,

Тик бер үҙең тороп ҡалғанға.

Һин бит яңғыҙ түгел –

Халҡың рухы

Һинең рухың менән ялғанған.

 

1997.

 

Маяҡ

 

Изге ниәт, оло маҡсат менән

Ҡорған кеше ярҙа маяҡтар.

Сәйәхәттә диңгеҙ йәнде талай,

Талған саҡта ерҙә аяҡтар.

 

Бар тарафта тулҡын тулағанда

Түҙә икән ниндәй караптар ?

Сайҡалыуға әҙәм сыҙай икән,

Янһын ғына ярҙа маяҡтар!

 

Ярай әле диңгеҙ гиҙгәндәргә

Алыҫ ярҙа өмөт - маяҡ бар.

Аҙашҡанға юлда маяҡтар бар,

Алдашҡанға ҡайҙа маяҡтар?..

 

Казармалар

 

Казармалар, буп-буш казармалар,

Эйәләре киткән бушатып.

Тора улар һуғыш йылдарындай,

Шомо менән йөрәк өшөтөп.

 

Мэр әмере менән шартлаталар

Ташландыҡ шул казармаларҙы.

Унда, имеш, кеше йәшәү түгел,

Ҡуйып булмаҫ, тиҙәр, малдарҙы.

 

Унан бигерәк,

Кәрәк белдерергә

Совет һалдатына нәфрәтте,

Кәрәк, ахыры, ҡонон ҡайтарырға

Оккупанттан күргән «михнәт»тең.

 

Тау-тау булып ята шартлауҙан һуң

Кисә иҫән торған казарма.

Иҫәбең дә етмәҫ -

Ярты ҡала

Булып ятасаҡ, ти, хараба.

 

Казармалар өнһөҙ, ҡырыҫ баҫҡан,

Ут эсенә инер һалдаттай.

Тик уларҙың яҙмыш хәл ителгән,

Күңелемде, өмөт, алдатма!

 

Казармалар, моңһоу казармалар...

Йәне осоп киткән мәйеттәй.

Һалдаттарға йылы, толҡа биргән

Йорт булғанға һеҙме ғәйепле?

 

Тарих шаһит:

Кемдең ил һаҡсыһын

Илбаҫар тип атар хаҡы бар?!

Тағылмаһын бүтән уландарға

Яманатлы бер һүҙ – оккупант!

 

1997, сентябрь, Палдиски.

 

***

Яҙыҡмы ни,

әгәр егетлекте

Салауатҡа тиңләп үлсәһәк?

Заманалар барған алышынып,

Ә Салауат илдә үлмәгән.

Ҡабатлана ул һәр йәш быуында,

Салауаттың сәме һүнмәгән!

 

Салауаттың шанлы исеме бөгөн

Яңғырай берҙәй һәр кем телендә.

Батыр данын хаҡлы дауам итеп,

Салауаттар тыуыр еремдә.

Заманалар ауыр булған һайын

Батыр тыуыр башҡорт илендә!

 

Салауат ҡылысы

 

Яугир ҡылыс, үтәп данлы бурыс,

Ята тыныс – быяла ҡумтала.

Салауаттың үҙе ятҡан кеүек –

Шул ҡумтаға ҡат-ҡат туҡталам...

 

Юҡ, ул ябай ғына ҡылыс түгел –

Ул торошло бары батырға.

Күпме ҡулдан үтеп, тейеш булған

Балтиканан урап ҡайтырға.

 

Ҡылыс һабы һаман һаҡлай һымаҡ

Салауаттың бармаҡ эҙҙәрен.

Ҡайнарлығы аша шул эҙҙәрҙең

Ишетәм уның йөрәк һүҙҙәрен:

 

“Ҡылыс болғап,

Илде яуға әйҙәп,

Ерҙе беҙме ҡанға батырҙыҡ?

Беҙҙең теләк ине:

Еребеҙҙә

Азат, яҡты таңдар аттырыу...”

 

Ишет, батыр,

Күптән, күптән инде

Уралыңда, бөтә Рәсәйҙә

Ярлы халыҡ, дәррәү күтәрелеп,

Яулап алды Хаҡлыҡ-әсәйҙе...

 

Яугир ҡылыс, үтәп данлы бурыс,

Ята тыныс – быяла ҡумтала.

Салауаттың үҙе ятҡан кеүек  -

Шул ҡумтаға ҡат- ҡат туҡталам...

 

Ишетәм кеүек унан серле бер өн:

“Һин булдыңмы әле яуымда?..”

Батыр тағы ниҙер әйтер, тиеп,

Баҫып торам ҡылыс янында.