Осоу

Болоттарҙан бейек остоҡ икәү,
Аҫта ҡалды ҡоштар көнләшеп.
Йөрәгемә утлы хисең сәсрәй,
Әйтмәһәң дә бер һүҙ өндәшеп.

Осоуҙары йәннәт һинең менән
Ҡанатында толпар “ТУ”раттың…
Һиҙмәй ҡалдым, ҡапыл толпарымды
Йәшен болоттары уратты.

Утлы хистәр…
Йәшен болоттары…
Мин уртала ҡалдым аҙашып.
Тышта – йәшен,
Ә эргәмдә генә
Утлы хистәр сәсә ҡарашың!

Наҙ–моңоңда йондоҙ булып янам,
Күҙ нурыңда — аҡҡош, ҡойонам…
Һалҡын йәшендәрҙән йәшенәм дә,
Өтөлһәм дә һиңә һыйынам.

Болоттарҙың утлы упҡындарын
Кисәйексе, йәнем, кисәйек,
Ниндәй йәннәт бергә осоуҙары!-
Төшмәйексе ергә, төшмәйек…