Талғын ғына көмөш ҡарҙар яуа,
Йомарт күктән орлоҡ яуғандай.
Тәбиғәт ҡарт көҙҙән яҙҙы уйлай,
Тәүге тапҡыр ғашиҡ булғандай.
Мине иһә көмөш тәңкә ҡарҙар
Елкендермәй, иҫем китәрмәй,
Шаян ҡыҙҙай килеп һарылһа ла,
Күңелемдә буран күтәрмәй...
Усағымда утмы һүрәнләнде,
Дәртем микән бик тиҙ һүрелде?
Әллә инде ҡыш та ишек ҡаға –
Сәстәремдә ҡырау күренде...
Ҡыҙарып та еләк бешкән аҡлан
Ҡалған кеүек аҡ ҡар аҫтында,
Баш булалмай ярһыу уйҙарыма
Ҡатып ҡалдым... ҡарға баҫтым да!
Көмөш сәскәләргә баҫмай ҡара!
Аяҡ аҫтарымда ҡар таймай...
Көнләшерлек миҙгел: орлоҡ яуа,
Тәбиғәт бит һис тә ҡартаймай!