Ниндәй булыр киләсәгем

Ниндәй булыр киләсәгем —
Бәхеткә еләсәгем?
Әллә көтә уның минән
Аяуһыҙ көләсәге?..

Әйт, кәкүккәй, күп ҡалғанмы
Ярһып йәшәр көндәрем?
Ялҡында сарсар мәлдәрем,
Һыуҙай яҡты төндәрем?

Эх, кәкүкте тыңлап ҡына
Юрау юш килһә икән!
Ҡайын-һылыуҙы ҡосорлоҡ
Ҡарағай булһаң икән!..