Ни тиһәң дә...

Ни тиһәң дә инде,
Һин—минеке,
Мин — һинеке булдыҡ ғүмергә.
Яғалашҡан саҡта яҙмыш менән
Беҙ булырға тейеш гел бергә.

Осҡан саҡта хыял күктәрендә
Ауыҙлыҡлап йәшлек толпарын,
Ҡыҙбатыр ҙа менән Ҡырбатырҙай
Көс һынаштан, сәмдән туймайыҡ.

Кискән саҡта донъя ваҡлыҡтарын,
Сискән саҡта тормош төйөнөн,
Төтөнөндә уның сәсәмәйек,
Әсенмәйек йәшкә төйөлөп...

Ни тиһәң дә инде,
Һин — минеке,
Мин — һинеке булдыҡ ғүмергә,
Ят күҙҙәргә, яман тел-тештәргә
Тейешбеҙ бит бары күнергә.

Ни тиһәң дә инде,
Һин — минеке,
Мин — һинеке: тейҙек өлөшкә.
Күҙ йәшенә ҡайсаҡ йомшаҡһың шул,
Ила, һиңә илау килешә.

Һин — минеке,
Мин — һинеке хәҙер,
Булһын шулай мәңге, ғүмергә.
Уртаҡ яҙмыш тормош усағында, –
Ҡалғанғаса янып күмергә.

Илайһың һин,
Яуған шым ямғырҙай.
Күҙ йәшеңде һөртә иренем.
Күшеккәндә усаҡ тапҡан кеүек,
Ҡайнар ҡосағыңда иренем...