Муса ауылы

Иҫке Муса урамына
Һибелә тальян моңдары,
Гармун тартһа,
Ветерандың
Иркенәйә тындары.

Киске Муса урамынан
Тын ғына үтәйексе,
Ҡарт һалдаттың моңайғанын
Саҡ ҡына көтәйексе.

Иҫке Муса урамдары
Йомшаҡ бәпкә үләндән.
Әкрен генә һыҙған моңдан
Торор кеүек үлгәндәр.

Муса көйө сыңлап китһә,
Айырам айыштарын.
Көйҙөрәлер күҙ йәштәре
Гармундың ҡайыштарын...

Иңләп Муса урамдарын,
Һибелә тальян моңдары,
Һалдат моңон алып китә
Шишмәләрҙең сыңдары...