Моңло—зарлы

 

Олатайҙарҙың мираҫ йырын һуҙып,

Бер үтәһем килгәс минең дә,

Ниңә, әсәй, мине йырҙан тыйҙың:

«Моңло — зарлы була»,— тинең дә?

 

Беләм, һин дә йәлләп йырлағанһың

Зөлхизә һәм Шәүрә яҙмышын.

Ун һигеҙҙә һин дә сеңләгәнһең,

«Яҙмышымдан юҡ, тип, уҙмышым...»

 

Шатлыҡтарым һыймай күкрәгемә,

Бер йырлағым килгәс минең дә,

Ниңә, әсәй, мине йырҙан тыйҙың:

«Моңло булма, балам» ,— тинең дә?..

 

Заман мине

зар-биләүгә түгел,

Наҙлы, яҡты моңға ураны.

Зарлы булмам, әсәй,

Йырҙарыма

Һин үҙең бит аҡ юл юраның.