Моңло шағирҙы хәтерләп...

Иҫке зыярат ауылдың уртаһында булыуға ҡарамаҫтан, ҡәбер эргәһендә үҫкән ағасҡа ҡош оя ҡорған. "Ҡош ояларлыҡ булғас, ҡәберҙә ятҡан мәрхүм тормошта моңло, изге күңелле кеше булғандыр?" - тип уйландыҡ һәр беребеҙ Шишмә районының Иҫке Муса ауылы зыяратына инеп, күренекле шағир, Ватан һуғышы ветераны, замандашыбыҙ Муса Ғәлиҙең ҡәбере янына килеп, сәскә һалғас.

Ҡәҙерле ҡәләмдәшебеҙҙе уның тыуған ауылы Иҫке Мусаға беҙ бынан туғыҙ йыл элек (2004 йылда) һуңғы юлға оҙатырға алып килгәйнек. Унан һуң күпме яҙҙар килде, күпме һыуҙар аҡты, күпме тапҡыр ҡоштар ҡайтты... Ана хәҙер Муса ағай үҙе ҡоштар моңон тыңлап ята. Моңло күңелле, йыраусы шағир Муса ағайға был бик тә тап килеп тора. Ул боронғо бшҡорт йырҙарынан "Ҡолой кантон"ды, "Азамат"ты бик шәп йырлай торғайны. Бер саҡ башҡорт яҙыусылары Украинаға барғанда шағир Муса Ғәли "Азамат"ты йырлап хужаларҙың һушын алған. Бына шулай моңло шағирҙың ҡәберен хатта ҡоштар ҙа таный ахыры.

 

25.10.2013