*** Моңһоу көҙҙә...

***
Моңһоу көҙҙә,
көҙгө был моңһоуҙа,
Һыуҙар көҙгө һымаҡ тоноҡта,
Елбәҙәк уй баштан осоп бөткән,
Күңел бушап ҡалған ҡоҙоҡтай.
Хистәрем дә ярһып бармай, улар
Көмөш ауҙар ҡорған тоҙаҡта.
Иҙерәткес ошо әсирлектәр
Китмәҫтер ҙә, тимен, оҙаҡҡа.
Моңһоу көҙҙәр,
көҙгө был моңһоуҙар
Һиҫкәндерә ниңә күңелде?
Нимә көтәм? Нимә юғалтамын?-
Был иҫкәртеү миңә түгелме?..

***
Быйыл көҙҙәр килмәҫ кеүек ине,
Килмәҫ кеүек ине һалҡындар,
Ҡойонормон кеүек шау нурҙарҙа,
Иркәләнермендәй ялҡында.

Көтмәгәндә башҡа килеп төштө
Күктән бүләк - саған сәләме.
Тирә-яҡтан моңһоу сал сағандар
Елберҙәтә ҡыҙыл әләмен...

Быйыл йәйҙәр үтмәҫ кеүек ине,
Килмәҫ кеүек ине көҙҙәре...
Сал сағандар араһында гиҙәм,
Аҡ һын ҡайындарҙа - күҙҙәрем.

2008.