Моң

Ғилман Сәфәрғәлингә

 

Был  тиклем дә көйҙө  ҡайҙан алдың? —

Оҙонлоғо булыр Уралдай:

Гүйә, тороп Боҙло океандан

Уятаһың кеүек Аралды.

 

Был тиклем дә моңдо

ҡайҙан алдың?

Халҡың тарихындай боронғо,

Әйтерһең, ил уны тыңлап барған,

Булған саҡта юлы ҡараңғы.

 

Ҡайҙан килә был моң?—

Дала иңләп,

Туфан һыуы, гүйә, таралмыш,

«Диңгеҙ тубыҡтан!» — тип кисер батыр

Урал түбәһендә яралмыш.

 

Һыҙылып үтә йырҙа

Зөлхизәнең

Тотҡондағы ҡара төндәре,

Алыҫ Балтиканан килеп еткән

Салауаттың ҡурай өндәре.

 

Ҡайҙан килә был моң?—

Тойғоларҙы

Шау моңһоҙлоҡ баҫып барғанда,

Бишек янындағы әсәң кеүек,

Тыны менән тартып алғандай.

 

Ҡайҙан килә был моң?—

Уралтауҙан

Ишелеп-ишелеп  аға

Моң-һағыш.

Тик тәбиғәт  балаһына ғына

Тәбиғәттән бүләк был тауыш.

 

Эй шул моңоң,

Ҡабатланмаҫ моңоң,

Йәнкәйҙәрҙе ала көйрәтеп...

Йырға мөмкин әле өйрәтергә,

Моңға ғына булмай өйрәтеп.