Ялыҡтым, ифрат ялыҡтым
Йән өшөтөр ҡыштарҙан.
Арыным, үлеп арыным
Йән иҙер алыштарҙан.
Тәгәрәп китер ҙә кеүек
Тулған айҙың күҙ йәше.
Мөлдөрәп миңә баға ла
Өнһөҙ тора күҙләшеп.
Тәгәрәп китермен кеүек
Ап-аҡ ҡар өҫтәренә,
Мине һөйгәндәр күтәрер,
Килһә тик көстәренән.
Мин бит ауыр, ай-һай, ауыр! –
Холҡома түҙгән һирәк,
Кәнфитләнеү-сөсөләнеү
Ни бысағыма кәрәк!
Терелтергә, йән өрөргә
Ҡайҙа һуң дауалары.
Баҫып килә заманаһы,
Һығамы һауалары!..
Туп-тулы ай миңә баҡҡан,
Өнһөҙ генә күҙләшеп.
Мин бөгөн – Ерҙең күҙендә
Мөлдөрәгән күҙ йәше...