Мин йәш инем

1

Мин йәш инем тайға менгәндә,
Мин йәш инем айға менгәндә,
Мин йәш инем ҡуҙға баҫҡанда,
Мин йәш инем ҡыҙҙар “атҡанда”,
Мин йәш инем ҡайыш быуғанда,
Мин йәш инем һалдат булғанда,
Мин йәш инем утҡа ингәндә,
Мин йәш инем һыуҙар кискәндә,
Мин йәш инем ағыу эскәндә,
Мин йәш инем һурып үпкәндә.

2

Ҡайҙа икән йәп-йәш саҡтарым,
Ҡайҙа ҡалды етеҙ аттарым,
Сабып килһен ине саптарым,
Йәшлегемә кире ҡайтарһын.
Менһәм ине тағы тайҙарға,
Йөрөһәм ине гиҙеп айҙарҙа,
Баҫһам ине тағы ҡуҙҙарға,
Ғашиҡ булып сая ҡыҙҙарға...

Аһ, йөрәгем, зинһар, ярһыма,
Тотҡон йәне генә тарһына,
Ситлектәге ҡош бит – һин түгел,
Һинеке – бар донъя, киң күгең!..