Мин — көтөүсе

Баҫып барам ҡала таштарына,
Батып барам тәрән уйҙарға...
Мин бер көтөүселәй —
Уйҙарымды
Әйҙәп барам көтөү-ҡуйҙарҙай.

Мәмбәт-атаның мин —
Көтөүсеһе,
Мин йән-рухы күкшел даламдың,
Аҡ ҡылғанда сыңлай хаҡ яҙмышым,
Елдәр ялай йөрәк ярамды...

Һиҫкәндерә күктә ҡарағоштоң
Һалмаҡ, ҡаты ҡанат ҡағышы.
Миндә тулай аҫау далам йәне,
Миндә илай бабам һағышы.

Таш ҡаланан ҡайтып ҡаҡ далама,
Бер аунайһы ине туйғансы.
Уйҙар көтөүсеһе булғанымса,
Ҡуйҙар көтөүсеһе булһамсы!..